Фәүзиә Рәхимғолованың тыуыуына 100 йыл.

Декабрь 19, 2021 Просмотров: 117

Фәүзиә Рәхимғолованың тыуыуына 100 йыл.

Балалар яҙыусыһы булыу айырыуса ҙур һәләт талап итә. Балаларҙың эске кисерештәрен, рухи донъяһын, уй-хыялдарын яҡшы белеү генә етмәй, яҙыусының үҙенең дә эскерһеҙ, бала күңелле булыуы мөһим. Тап бына Фәүзиә Рәхимғолова кеүек. Шундай сифаттарға эйә булмаһаң, бала күңелен әсир итерҙәй әҫәрҙәр ижад итеп булмайҙыр.

Фәүзиә Абдулла ҡыҙы Рәхимғолова Ишембай районының Йәнырыҫ ауылында донъяға килгән. Бала саҡтан етем ҡалып, интернатта тәрбиәләнә. Мәғариф бүлегендә инспектор, мәктәптә уҡытыусы, «Пионер» (хәҙерге «Аманат»), «Башҡортостан ҡыҙы» журналдарында эшләй. Ф. Рәхимғолова – тәү сиратта балалар яҙыусыһы. Бер аҡыл эйәһе, балалар яҙыусыһы булыр өсөн икеләтә талантлы булыу кәрәк, тигән. Хаҡ һүҙҙәр. Балаларға шиғыр, әкиәттәр яҙыу өсөн уларҙың психологияһын, рухи донъяһын, уй кисерештәрен яҡшы белергә кәрәк. Был ғына етмәй, яҙыусының үҙенең дә эскерһеҙ, бала күңелле булыуы шарт. Шунһыҙ бала йөрәгенә ятырҙай, тиҙ отоп алырҙай әҫәрҙәр ижад итеп булмай. Бындай талант һәр бер яҙыусыға бирелмәй. Бала сағында күп ауырлыҡтар күреп, етем ҡалып, шуға күрә ошо ҡабатланмаҫ ғүмер миҙгеленең ҡәҙерен белгәнгә, балалар өсөн шундай матур әҫәрҙәр ижад иткәндер Фәүзиә Рәхимғолова. Бының тағы ла бер сере уның өс бала әсәһе булыуындалыр.Ф. Рәхимғолованың төрлө йәштәге балалар өсөн яҙылған шиғырҙарында баланың ата-әсәгә мөхәббәте, кесе туғандарына ихтирамлы мөнәсәбәте күрһәтелә.

 

Балалар өсөн яҙылған тәүге «Яҡын дуҫ» исемле китабы 1952 йылда баҫылып сыға. Шиғырҙарында баланың ата-әсәгә мөхәббәте, кесе туғандарына ихтирамлы мөнәсәбәте күрһәтелгән. Балаларҙың хеҙмәткә тартылыуын, тырышып уҡыуын ыңғай баһалаған, уңышлы аҙымдарын хуплаған шиғырҙары менән бер рәттән, ялҡаулыҡты, төрлө тиҫкәре ҡылыҡтарҙы көлкө аҫтына алған юмористик шиғырҙары ла байтаҡ.

«Ҡыҙыл яулыҡ», «Илгиҙәр», «Серле орлоҡтар» тигән китаптарына ингән хикәйә, повестарының да төп геройҙары – балалар. Ә бына «Тыуған ер», «Уйҙарымды бүлә күрмәгеҙ», «Бишек янында», «Һайрағыҙ, ҡоштар» тигән шиғри йыйынтыҡтары, «Юлдаштар» исемле проза китабы өлкәндәр өсөн яҙылған. Уның барлығы 26 китабы донъя күргән.

Бөгөн, Фәүзиә Рәхимғолованың тыуыуына 100 йыл тулыуы айҡанлы, һеҙҙең иғтибарығыҙға "Яуһын әле мамыҡ ҡарҙар" шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

Яуһын әле мамыҡ ҡарҙар
Ерҙәр ап-аҡ булғансы.
Дуҫтарымдың күңелдәре
Ҡайнар хискә тулғансы.

Дәрт алһындар йәш йөрәктәр
Үтеп яңы юлдарҙы.
Йәшәһен шатланып ҡарттар
Күреп яңы йылдарҙы.

Яңы йылда нурлы йөҙҙәр
Яҡты эҙҙәр уҙһындар.
Аҡ ҡайындар аҡҡош һымаҡ
Тармаҡтарын һуҙһындар.

Юлдар, юлдар, ҡарлы юлдар,
Алып менһен үрҙәргә.
Алып менһен дә үрҙәргә,
Ҡанат ҡуйһын иңдәргә.

 

Мәҡсүтова Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы Фәүзиә Рәхимғолованың тыуыуына- 100 йыл тигән темаға дәрес үткәрҙе , ул Фәүзиә Рәхимғолованың тормош юлы һәм ижады менән таныштырҙы,яҙыусының ижадына ҡыҙыҡһыныу һәм ихтирам тәрбиәләне.