ӘСӘЙЕМ ҠОЯШ КЕҮЕК

Ноябрь 30, 2022 Просмотров: 94
ӘСӘЙЕМ ҠОЯШ КЕҮЕК

Ҡояшҡайым нурын һибеп,
Еребеҙҙе иркәләй.
Әсәкәйем мине һөйөп,
Яратам, тип иркәләй.

Ҡояшҡайым балҡып тора,
Йылмая әсәм кеүек.
Әсәкәйем йылы бирә,
Күктәге ҡояш кеүек.

Ерҙәге бөтә әсәләр
Оҙон ғүмерле булһын.
Бала булған һәр йортобоҙ
Йылылыҡ менән тулһын.

Роза Ғәббәсова