Башҡорт тирмәһе.

Декабрь 12, 2022 Просмотров: 135

Башҡорт тирмәһе.

Ҡайынлыҡ мәктәбендә   "Башҡорт тирмәһе" тураһында дәрес үтте. Дәрестә  балалар башҡорт тирмәһе, орнамент тураһында белде.Тирмә — күсмә халыҡтарҙың ваҡытлыса йәшәү өсөн ҡулайлаштырылған торлағы.  Тирмә йылыны ла һәйбәт һаҡлай, йәйге эҫелә лә бында һалҡынса , йәмле була. Башҡорттар ярты ғүмерен шул тирмәләрҙә уҙғарғандар.Ул быуаттан—быуатҡа тәбиғәт ҡосағында йәшәү тәжрибәһен сағылдырған, бөтә талаптарға ла яуап бирә алған торлаҡ төрө. Һаҡлау, күсереү, урынлаштырып ҡуйыу өсөн бөтә яҡтан да уңайлы итеп уйлап табылған был ҡоролма ул тирмә.  Тыш яғынан тирмәне тығыҙ итеп кейеҙ менән ҡаплайҙар , уның өҫтөнән бының өсөн махсус ат ҡылынан үрелгән арҡан менән нығытып ураталар.Тирмәнен мөһим элементы булып шаршау һаналған. Ул тирмәне ике өлөшкә бүлеп торған: ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-аттар яғы. Иҙәндә йоҡлағандар, ашағандар, ял иткәндәр, ҡунаҡ ҡаршылағандар. Шуның өсөн иҙәнде биҙәкле балаҫтар менән ҡаплағандар. Бер нисә мең йыл элек тирмәне уйлап табыуға ҡарамаҫтан, уны ҡулланыу әлеге ваҡытта ла актуаль булып ҡала. Башҡорттарҙың торлағы булараҡ традицион тирмә хәҙер һаҡланмаған. Уны «Һабантуй» башҡорт халыҡ байрамында күрергә була.Уҡыусылар ҙа тирмә макеттарып эшләп ҡарарға булдылар. Бына уларҙың эштәре.

 

#деньбашкирскогоязыка #башкорттеле #ДеньБашкирскогоЯзыка