“Урал батыр” эпосының йәш сәсәндәр конкурсы.

Май 13, 2023 Просмотров: 32
12 май көндө Борай өсөнсө һанлы мәктәп сәхнәһендә “Урал батыр” эпосының йәш сәсәндәр конкурсы булып үтте. Конкурс ике этапта барҙы. Беренсе турҙа уҡыусылар “Урал батыр” эпосын яттан һөйләнеләр, икенсе турында эпос-ҡобайырҙарҙан өҙөктәрҙе сәхнәләштереп күрһәттеләр. Конкурс бик ҡыҙыу темпта барҙы , йәш сәсәндәр был һынауҙарҙы бик уңышлы үттеләр. Конкурстан һуң баһалама ағзалары эштәрҙе ҡарап баһаланы һәм еңеүселәрҙе билдәләне. “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса еңеүсе Ҡайынлыҡ мәктәбе уҡыусыһы Солтанова Айһылыу Рәзил ҡыҙы булды. Афарин! Ҡотлайбыҙ!Уңыштар теләйбеҙ!
#МОБУСОШДКАИНЛЫКОВО
#ГОДПЕДАГОГАИНАСТАВНИКА2023
#Уралбатырэпосы