Милли кейем көнө
Милли кейем көндәре республикала уҙғарылып тора. Шуныһы ҡыуаныслы, был байрам йылдан-йыл сағыуыраҡ төҫ ала, йөкмәткелерәк була бара.
Милли кейем - ул халыҡтың көнкүрешен, йәшәү рәүешен, мәҙәниәтен һәм тарихын ғына түгел, хатта уның күңел донъяһын да сағылдырған ҡомартҡы. Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы булған ошо ҡомартҡыны беҙ ҡәҙерләп һаҡларға, киләсәк быуынға еткерергә бурыслыбыҙ. Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәй. Уларҙың һәр береһенең үҙенең тарихы, йолалары, милли кейемдәре. Милли кейем көнө – тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеген бирә, үҫеп килгән быуынға йолаларыбыҙҙың ҙур байлыҡ булыуын аңлата. Милли костюм – ябай ғына кейем түгел, оҙон тарихи юл һөҙөмтәһе. Ул - халыҡтың мәҙәниәт, тарих үҙенсәлеген сағылдырыусы быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡы.
Беҙҙең мәктәптә лә был байрам киң билдәләнде. Байрамдың төп маҡсаты булып балаларҙы милли кейемдәр, уларҙың биҙәктәре менән таныштырыу, башҡорт халҡының йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә хөрмәт тәрбиәләү, уларҙы өйрәнеү теләге тыуҙырыу торҙо.Класстарҙа төрлө тематик дәрестәр, әңгәмәләр уҙғарылды.
Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ быуындан быуынға күсеп килгән рухи мираҫыбыҙҙы онотмаҫтар, үҙҙәренән һуң киләсәк быуынға уны лайыҡлы тапшырырҙар тип ышанам.
#учусьвнациональномкостюме,#милликейемдәуҡыйбыҙ, #МиллиКейемКөнө2023,#ДеньНациональногоКостюма2023#Ҡайынлыҡмәктәбе