Салауат Юлаев-башҡорт халҡының милли геройы.

Октябрь 9, 2023 Просмотров: 132

 

Ҡайынлыҡ урта мәктәбендә "Салауат Юлаев-башҡорт халҡының милли геройы"тураһында әңгәмә үтте. Балалар башҡорт халҡының геройы, уның биографияһы менән танышты. Балалар уның батыр яугир ғына түгел, ә оҫта һунарсы ла булыуын белде. Салауат Юлаев тураһында шиғырҙар уҡыныҡ, уйындар уйнаныҡ, йомаҡтар уйлап сығарҙыҡ, Ә.Зиннурованың "Салауат Батыр", "Ҡурай"йырҙарын тыңланыҡ. Балалар был герой хөрмәтенә Салауат ҡалаһы аталыуы, Өфөлә Салауат Юлаевҡа һәйкәл, Малаяҙ ҡалаһында бюст ҡуйылыуы хаҡында белде. Шулай уҡ герой тураһында презентация һәм «Салауат Юлаев-башҡорт халҡы геройы»китап күргәҙмәһе әҙерләнде. Башҡортостан Республикаһы символикаһы, башҡортостан республикаһы гербында Салауат Юлаев һүрәте менән таныштылар.

#Ҡайынлыҡмәктәбе

#Уҡытыусыларйылы2023

# БАШҠОРТОСТАНРЕСПУБЛИКАҺЫКӨНӨ