Башҡортостан - ғәзиз еребеҙ,мең йылдарға торор илебеҙ!

Октябрь 10, 2023 Просмотров: 38

Башҡортостан - ғәзиз еребеҙ,мең йылдарға торор илебеҙ!

Башҡортостан - ғәзиз еребеҙ,мең йылдарға торор илебеҙ!

11 октябрь  оло  байрам – тыуған  Башҡортостаныбыҙҙың  тыуған көнө. Шул уңайҙан мәктәптә һәр класста класс сәғәттәре үтте. Бәләкәй класс уҡыусылары менән әкиәттәр уҡыныҡ. Башҡорт уйындарын иҫкә алдыҡ. Башҡортостандың символдарын өйрәндек, рәсем конкурстарында ҡатнаштыҡ. 9 октябрь «Башҡортостаныбыҙҙың милли геройы Салауат Юлаев” буйынса әңгәмәләштек, фильм ҡараныҡ. 10 октябрь көндө мәктәптә «Башҡортостан - ғәзиз еребеҙ,мең йылдарға торор илебеҙ!»-тигән сара үтте.

Бөгөн беҙ ғәзиз Тыуған илебеҙ – Башҡортостаныбыҙ, уның гүзәл тәбиғәте, киң күңелле халҡы, яғымлы, моңло теле, һоҡланып бөтә алмаҫлыҡ матурлығы, байлығы тураһында дан йырлайбыҙ. Башҡортостандың иң ҙур байлығы – уның халҡы. Киләсәктә лә ошо күркәм илдең ҡәҙерен белеп, татыулыҡта, дуҫлыҡта йәшәйек!!!

Хөрмәтле дуҫтар! Алдағы тормошоғоҙҙа ла халҡым, ерем, телем тип янып йәшәргә яҙһын беҙгә. Атаһы таңдарыбыҙ имен булып, көндәребеҙ файҙалы үтһен! Барығыҙҙы ла байрам менән!

#МОБУСОШдКаинлыково

#Годпедагогаинаставника

#ДеньРеспубликиБашкортостан