Олимпиада по башкирскому языку.

Октябрь 9, 2024 Просмотров: 185
Башҡорт теле – Башҡортостан халҡының дөйөм байлығы һәм мираҫы. Үҫеп килгән быуындар өсөн уны һаҡлап ҡалдырыу – беҙҙең изге бурысыбыҙ. Балалар һәм йәштәрҙә туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ.
Башҡорт теленән онлайн-олимпиада – туған телде популярлаштырыуға йүнәлтелгән тағы бер ҡыҙыҡлы форматтарҙың береһе. Уның башҡорттарҙың үҙҙәренә генә түгел, ә башҡорт телен өҫтәлмә тел булараҡ өйрәнеүселәр өсөн дә ҡыҙыҡ булыуы мөһим. Ҡайынлыҡ урта мәктәбе уҡыусылары бик әүҙем ҡатнашты.
#Олимпиадапобашкирскомуязыку#башкорттеленәнолимпиада#Ҡайынлыҡмәктәбе
















































1