Республиканский уровень научно-практической конференции "Назаровские чтения"

Ноябрь 17, 2024 Просмотров: 154

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһында «Назаров уҡыуҙары-2024» республика фәнни-ғәмәли конференцияһының йомғаҡлау сараһы уҙҙы. Быйылғы «Назаров уҡыуҙары» күренекле яҡташ шағирыбыҙ Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге район, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Назаровтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналды, ижадын пропагандалауға йүнәлтелде.

«Назаров уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһы мәғариф һәм фән министрлығы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт Дәүләт педагогия университеты, Ауырғазы районы мәғариф бүлеге һәм Р.Назаров -исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы берлегендә уҙғарылды.

Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар: Район мәғариф бүлеге начальнигы Ғиләзетдинов Рөстәм Әнүәр улы, Филология фәндәре докторы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге башҡорт Дәүләт педагогия университетының Башҡорт филологияһы факультеты деканы Хөсәйенова Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы доценты, башҡорт һәм төрки филологияһы факултеты деканы Үтәев Айнур Фәнис улы, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалының филология фәндәре кандидаты , башҡорт һәм төрки филологияһы факултетың тәрбиә эштәре буйынса декан урынбаҫары Арыҫланова Миләүшә Сынбулат ҡыҙы, Ауырғазы районы мәғариф бүлеге методисты Бикбаева Луиза Ринат ҡыҙы саҡырылды.

Ошо сарала Ҡайынлыҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 8- се класс уҡыусыһы Бәҙертдинова Аделина сығыш яһаны һәм призер булды.  Етәксеһе Мәҡсүтова Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы.Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!! Уңыштар теләйбеҙ!
#Назаровуҡыуҙары2024
#Ҡайынлыҡмәктәбе