Ғәли Соҡоройға 200 йыл.

Январь 23, 2026 Просмотров: 7


Ғәли Соҡорой  (1826–1889) - башҡорт шағиры, мәғрифәтсе.

 

23 ғинуарҙа Ҡайынлыҡ мәктәбендә 5,6, 9-сы кластарҙа “Ғәли Соҡорой – башҡорт шағиры, мәғрифәтсе”,  темаһына Мәҡсүтова Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы дәрес үткәрҙе.

 

Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейеков 1826 йылда  (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1828 йылда   Ырымбур губернаһы   Бөрө өйәҙе   Ирәкте  олосо  Иҫке Соҡор  ауылында башҡорт муллаһы ғаиләһендә тыуған.

 

Соҡорой псевдонимын шағир тыуған Иҫке Соҡор ауылы исеменән алған.

 

Ғәли Соҡоройҙың төрки, ғәрәп һәм фарсы телдәрендә яҙылған

 

100-гә яҡын әҫәрҙәре һаҡланған. Шағирҙың унға яҡын китабы донъя күрә. 

 

Улар иҫәбендә түбәндәге шиғыр йыйынтыҡтары бар: «Дөрри Ғәли» («Ғәли гәүһәрҙәре»), «Зәмми нәзир» Һ. б. 

 

Уҡытыусы әҙиптең тормош һәм ижад юлы менән таныштырҙы. Дәрес аҙағында уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр.

 

#Борайрайоны #Бураевскийрайон

#200йылҒәлиСоҡорой

#ГалиСокорою200

#Ҡайынлыҡмәктәбе

#Башҡорттеле