Башҡортостандың ете мөғжизәһе. Семь чудес Башкортостана
Беҙ бөгөн һеҙҙең менән Башҡортостан мөғжизәләрен эҙләп сәйәхәткә сығасаҡбыҙ.
Беренсе мөғжизә - Башҡорт балы.
Башҡорт балы – донъяла иң шифалы, иң файҙалы бал иҫәпләнә. Хатта Америка белгестәре лә башҡорт балының сифатына иң юғары баһа бирә. Үҙҙәрендәге бал беҙҙекенән күпкә ҡалыша икән.
Икенсе мөғжизә – Салауат Юлаев һәйкәле
Салауат Юлаев һәйкәле – Рәсәйҙә ат һынындағы иң ҙур һәйкәл, бейеклеге – 9,8 метр, ауырлығы – 40 тонна. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улы Салауат Юлаевҡа ҡуйылған һәйкәлдең скульпторы – Сосланбек Тавасиев.
Салауат Юлаев һәйкәле баш ҡалабыҙҙың символы. Ул Ырымбур юлы менән машинала үткәндә лә, самолеттан да бик һәйбәт күренә.
Өсөнсө мөғжизә – «Урал батыр»эпосы.
“Урал батыр” эпосы – башҡорт халҡының борон-борондан, телдән телгә күсеп, һаҡланып килгән ғәжәйеп һоҡланғыс эпосы – 4576 шиғри юлдан тора. Йәшәйешебеҙҙең, ғүмер итмешебеҙҙең, нигеҙе ул “Урал батыр” эпосы.
«Урал батыр» эпосы – башҡорт халҡының баш китабы. Ул 1910 йылда Мөхәмәтшә Буранғолов тарафынан яҙып алына.
Дүртенсе мөғжизә – Ҡурай.
Ҡурай – башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы.Ҡурайҙа моң һыҙҙыра алмаған башҡорт юҡтыр, моғайын. Мәҫәлән, 2007 йылда үткәрелгән Башҡортостан ҡурайсылары съезында иң бәләкәй башҡарыусыға 6 йәш, иң өлкәненә 83 йәш ине.
Ҡурай үләне башҡорт халҡының символы. Уның ете тажы, берләшкән ете ырыуҙы символлаштыра. Башҡортостандың флагында ла, гербында ла ҡурайҙың ете тажы һүрәтләнгән
Бишенсе мөғжизә- Шүлгәнташ мәмерйәһе .
Еребеҙҙең йөҙөк ҡашы булған, 2 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡҡа һуҙылған, данлыҡлы мөһабәт Шүлгәнташ мәмерйәһе. 1959 йылда унда таш быуаттың тәүге палеолит осоронда, йәғни беҙҙең эраға тиклем 40 – 10 мең йылдар элек, йәшәгән тәүтормош кешеләренең мәмерйә стенаһына төшөрөлгән һүрәттәре табылғас, ул бөтә донъяла танылыу таба. Мәмерйә стеналарында ҡыҙыл буяу (охра) менән ҡырағай ат, мамонт, носорог һүрәттәре эшләнгән..
Шүлгәнташ мәмерйәһе – Башҡортостандың Бөрйән районында урынлашҡан. Палеолит эпохаһында йәшәгән тәүтормош кешеләре – беҙҙең ата-балаларыбыҙ тураһында һөйләй. Ер йөҙөндә икәү генә иҫәпләнгән һәм бик һирәк осрай торған мөғжизәбеҙ ул.
Алтынсы мөғжизә.- Янғантау
Был беҙҙең планетала ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ ҙур күләмдә йылылыҡ, эҫе пар, газ сығып торған берҙән бер урын. Тауҙың сере 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итеп тора. Тау янында химик элементтарға бай, шифалы Ҡорғаҙаҡ урғыла.
Етенсе мөғжизә – Красноусол минерал һыуҙары.
Красноусол минерал һыуҙары- был минерал һыуҙар кальций сульфатына, минерал тоҙҙарға һәм файҙалы микроэлементтарға бик бай. Шуның өсөн, һыуҙы дауалау өсөн дә ҡулланалар.
Башҡортостандың ете мөғжизәһен дә таптыҡ, улар менән яҡындан таныштыҡ.
Беҙ Башҡортостандың мөғжизәләрен һаҡлай белергә, үҙ республикабыҙҙы һөйөргә һәм уның менән ғорурланырға тейешбеҙ.
Шулай итеп, беҙ бөгөн Башҡортостан мөғжизәләрен эҙләп сәйәхәт ҡылдыҡ. Юлда бик күп мәғлүмәттәр алдыҡ, үҙебеҙҙең белгәндәр менән дә уртаҡлаштыҡ. Әлбиттә, Башҡортостаныбыҙҙа мөғжизә булырҙай тағы ла әллә күпме тәбиғәт һәйкәлдәре, ҡомартҡылары бар. Мөғжизәләр күпме генә булмаһын, беҙ уларҙы киләсәк быуынға ла ҡомартҡы итеп алып барып еткерергә тейешбеҙ. Уларға ҡарата ғорурланыу тойғоһо һәм һаҡсыл мөнәсәбәт булдырырға бурыслыбыҙ.
#Годбашкирскойистории
#башҡортарихийылы
#ҡоролтай
#курултай
#Каинлыково