Рәшит Назаров. “Йөрәгемде һеҙгә илтәм”

Ноябрь 15, 2021 Просмотров: 291

Рәшит Назаров. “Йөрәгемде һеҙгә илтәм”

       Ҡайынлыҡ мәктәбе уҡытыусыһы Мәҡсүтова Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы үҙ тыуған ауылы шағирына арнап дәрес үткәрҙе. Ул шағирҙың ҡыҫҡа ғына арауыҡтағы мөғжизәле ижады менән таныштырҙы; башҡорт милләтле ошондай гениаль шағирыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләне.

      Рәшит Сәйетбаттал улы Назаров 1944 йылдың 1 ноябрендә Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бала сағы йәмле Өршәк буйында үтә, кескәй Рәшит бик йәшләй шиғырҙар, хикәйәләр ижад итә. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң колхозда эшләй. Ижад менән армияла хеҙмәт иткәндә лә шөғөлләнеүҙән туҡтамай (1963-1966 йылдар), ләкин ул һалдат хеҙмәтенән ауырып ҡайта. Артабан ул айҙар буйына дауаханала ята, өйҙә уға бик һирәк булырға тура килә.  Ғүмеренең аҙағына тиклем махсус йорттарҙа йәшәй. Армияла Рәшит Назаров әҙәби ижад менән өҙлөкһөҙ шөғөлләнә, күп яҙыша. Ғүмер буйы ижад иткән ҡайһы бер шағирҙарҙан да күп яҙыша ул, әйтерһең дә яҙмышын алдан күрә белә. Рәшит ныҡ ҡабалана, тәүлектәр буйына эшләй. Һөҙөмтәлә көн һайын ваҡыт ағышына буйһонмаған , бәҫен һәм әһәмиәтен юғалтмаған 4-5 яңы шиғыр тыуа.
      Рәшит Назаровтың тәүге йыйынтығы 1965 йылда баҫыла, ул «Таңды ҡаршылау» тип атала. Был ваҡытта йәш шағирға ни бары 21 йәш була. «Ҡояш юлы буйлап» исемле икенсе китабы 1972 йылда баҫылып сыға.
Ике йыйынтыҡ та шиғриәттә оло күренеш, ҙур яңылыҡ итеп ҡабул ителә. Рәшит Назаровтың фекер яғынан да,йөкмәткеһе менән дә иҫтә ҡалырлыҡ әҫәрҙәре уның шиғриәткә китмәҫкә килгән шағир икәнлеген раҫлай. Ауырғазы ерендә тыуған ябай ауыл малайы әҙәбиәт
күгендә яҡты йондоҙ булып атыла . Үкенескә ҡаршы, ҡаты ауырыуы арҡаһында шағир артабан ижад итеүҙән мәхрүм ҡала.
Рәшит Назаровтың шиғырҙары башҡорт халыҡ ижадындағы иң яҡшы шиғри үрнәктәр менән тиңләнә. Улар ифрат тәрән фекерле, ихласлығы, уҡымлы булыуы менән арбай. Йәш шағир уларҙа ваҡыт ағышын, атай-олатайҙарҙың аманатын дөрөҫ тотоп алған.
       Үкенескә ҡаршы, иҫ киткес талантлы шағирҙың исеме билдәһеҙлектә ҡала килде. Икенсе һәм өсөнсө китаптары баҫылғас (1991 йыл, редакторы Әсхәл Әхмәт- Хужа, «Йөрәгемде һеҙгә илтәм »), ике тиҫтә йыл үтеп китә . Тик 1993 йылда ғына Рәшит Назаровты БР Яҙыусылар союзына ағзалыҡҡа ҡабул итәләр. 1996 йылда ул Ауырғазы районы хакимиәте булдырған Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге тәүге премия лауреаты булып китә. 1994 йылда талантлы шағирҙың «Йәшен» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә (редакторы Риф Мифтахов) .

 

   #Годбашкирскойистории #башҡортарихийылы

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир#башкиры #башҡорттар #Борай #Год_Башкирской_Истории#БашҡортТарихыЙылы#Каинлыково #БураевскийРайон

 

3.jpg

Открыть Скачать (Размер 42 Kb) Тип файла: jpg

2.jpg

Открыть Скачать (Размер 116 Kb) Тип файла: jpg