Мәжит Ғафури – халыҡҡа һәм хеҙмәткә дан йырлаусы шағир.
Мәжит Ғафури –
халыҡҡа һәм хеҙмәткә дан йырлаусы шағир.
Бер көн шулай гөлдәр баҡсаһында
Сәскәләрҙе ҡылдым тамаша.
Хуш еҫтәре менән йән шатлана,
Нурҙарынан күҙҙәр ҡамаша.
М.Ғафури 1880 йылдың 2 авгусында хәҙерге Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылы хәлфә ғаиләһендә тыуа. Башланғыс белемде тәүҙә атаһынан, аҙаҡ ҙур Үтәш мәҙрәсәһендә ала.1896 йылда ул Өфөләге “Ғосманиә” мәҙрәсәһенә уҡырға килә, ләкин ярлы үҫмерҙе унда ҡабул итмәйҙәр. Ҡыйышҡы мәҙрәсәһендә оҙаҡ уҡый алмай, ауыр тормош шарттары уны кире үҙ ауылына ҡайтара.1898 йылда Троицк ҡалаһында “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә уҡый. Йәйен ҡаҙак далаларында балалар уҡыта. Белемен артабан Ҡазанда “Мөхәммәҙиә” мәҙрәсәһендә дауам итә.1906 йылдың аҙаҡтарында Өфөгә ҡайта һәм “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә белемен камиллаштыра. 1912 йылда “Шәреҡ” типографияһында корректор булып эшләй.1919 йылда матбуғат органдарына эшкә күсә. 1919-1928 йылдарҙа “Ҡыҙыл юл”, “Шәреҡ ярлылары”, “Урал, “Башҡортостан”, “Яңы ауыл” газеталары редакцияларында эшләй.1923 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелә.1934 йылдың 28 октябрендә М.Ғафури үпкә ауырыуынан вафат була. Шағирҙың ҡәбере Өфөлә урынлашҡан. М.Ғафури шиғырҙар, повестар, мәҫәлдәр, пьесалар яҙған. Уның ҡәләм ҡәрҙәштәре:Т.Йәнәби, Ғ.Туҡай, Д.Юлтый, С.Ҡудаш, С.Мифтахов, М.Горький һ.б. менән дуҫ булған. Иҫтәлекле урындары: йорт-музейҙары, Башҡорт академия драма театры, ял паркы, урам, совхоз, колхоз, район исеме, кинотеатр һ.б. урындар уның исемен йөрөтә.Ағиҙелдә М.Ғафури исемендәге параход йөҙә. Беҙ шағирҙың “Гөлдәр баҡсаһында” исемле шиғыры менән таныштыҡ.
Гөлдәр баҡсаһында
|
Бер көн шулай, гөлдәр баҡсаһында |
Әкрен генә иҫкән ел арҡылы |
Сәскәләрҙең ошо яуаптарын |
Шағир сәскәләргә йылы, яғымлы, уларға һөйөп өндәшә, сәскәләр менән һөйләшә, уларҙы ярата. “Гөлдәр баҡсаһында” шиғыры автор эш һөйөүсән, тырыш хеҙмәт кешеләренә бағышлаған. Шиғыр хеҙмәткә, эшсән кешеләргә гимн булып яңғырай.
Ә хәҙер бөгөн өйрәнгәндәргә байҡау - телдән тест эшләү.
Тест һорауҙары.
1.Мәжит Ғафури ҡайҙа тыуған ? Нисәнсе йылда?
а) Тәтешле районы, 1870;
б) Өфө, 1901;
в) Ғафури районы,1880.
2. Башҡорт халыҡ шағиры исеме бирелеү датаһы.
а) 1923 йыл 3 июлдә;
б) 1921 йыл 1 майында;
в) 1924 йыл 5 июнендә.
3. Мәжит Ғафури ҡайҙарҙа белем ала?
а) Мәҙрәсәләрҙә;
б) Мәктәптәрҙә;
в) Университеттарҙа.
4. Ниндәй урындар һәм ойошмалар Мәжит Ғафури исемен йөрөтә?
а) Мәктәп, китапхана, ауыл;
б) Йорт-музей, ял паркы, Башҡорт академия драма театры;
в) Урам, музей, ҡала.
5. Эш һөйөүсән,тырыш хеҙмәт кешеләренә бағышланған шиғыры нисек атала?
а) “Ҡыҙыл байраҡ”.
б) “Гөлдәр баҡсаһында”.
в) “Бир ҡулыңды!”
6. Хеҙмәт кешеһенә дан йырлаусы әҫәрҙәре нисек атала?
а) ”Бир ҡулыңды”, “Эшсе”.
б) ”Гөлдәр баҡсаһында”.
в) ”Бай”, “Мин ҡайҙа?”
Мәжит Ғафуриҙың биографияһы, эшмәкәрлеге , ижады , ҡәләмдәш дуҫтары , иҫтәлекле урынары менән таныштырҙы, “Гөлдәр баҡсаһында” шиғырының мәғәнәһен асыҡлап; уҡыусыларҙа матурлыҡ, туған халҡына, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләне уҡытыусы Мәҡсүтова Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы.
#Годбашкирскойистории #башҡортарихийылы
#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир#башкиры #башҡорттар #Борай #Год_Башкирской_Истории#БашҡортТарихыЙылы#Каинлыково #БураевскийРайон