Башҡорт теле-аҡыл теле
Декабрь 9, 2021
Просмотров: 190
#Башҡорт теле көнө
"Башҡорт теле-аҡыл теле" Мәҡәлдәрҙә - халыҡ аҡылы, тиҙәр. Ә аҡыл тураһында ниндәй мәҡәлдәр бар икән? Кем уларҙы күберәк белә?
Аҡылдың ҡәҙере әҙәп менән.
Аҡылдың үлсәүе - һүҙҙә.
Аҡылды аҡсаға һатып алып булмай.
Аҡылдың юлдашы - бәхет.
Аҡылдың ҡулы нәфсенең теҙгенен тотор.
Аҡылды сәсеп үҫтермәйҙәр.
Аҡыл йәштә түгел, башта.
Өсөнсө ҡиммәт нәмә — аҡыл, тигән,
Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән.
Аҙ эшкә асыуланып, динен боҙор,
Иманын көфөрлөккә һатыр, тигән. (Аҡмулла )
#башҡорттелекөнө2021марафон
#деньбашкирскогоязыка2021марафон
#деньбашкирскогоязыкавБураевскомрайоне