Башҡорт теле - шөкөр тел.

Декабрь 10, 2021 Просмотров: 103

"Башҡорт теле - шөкөр тел"
Нимә ул шөкөр итә белеү? Ололар нимәгә шөкөр иткәнен ишеткәнегеҙ барҙыр. Шул турала бер нисә һөйләм менән яҙығыҙ. 

Шөкөр итә белеү – кешегә айырым бер ҡиммәт өҫтәй. Барына шөкөр итеүсе, тормошта булғандарға сабырлыҡ һәм ризалыҡ менән ҡараусы, һәр саҡ шаян кеше беләһеңме, тип һораһалар, – минең Миңнезифа нәнәйем тап шундай була торғайны, тип, яуап ҡайтарыр инем.

Дүртенсе ҡиммәт нәмә — шөкөр, тигән,     
Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк — көфөр, тигән.
Ятҡан ерҙән: "Хоҙай, кисер", тигән — хурлыҡ,
Сәбәп эҙләп, төҙ юл менән йүгер, тигән.(Аҡмулла)

#башҡорттелекөнө2021марафон

#деньбашкирскогоязыка2021марафон

#деньбашкирскогоязыкавБураевскомрайоне