Башҡорт теле-әҙәпле тел.
"Башҡорт теле-әҙәпле тел"
Бишенсе ҡиммәт нәмә — әҙәп, тигән,
Әҙәп тигән — мөхәббәткә сәбәп, тигән.
Көфөрлөк әҙәплелә тормағандай,
Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп, тигән.(Аҡмулла)
Әҙәбиәт әҙәпкә өйрәтеүсе фән. Ысынлап та , әҙәбиәт аша беҙ тормошҡа , әҙәпкә, әхләккә өйрәнәбеҙ. Был бигерәк тә әкиәттәргә хас. Әкиәттәр халыҡ ижадының бик бороңғо таралған жанры . Йөкмәткеһенә ҡарап әкиәттәрҙе : тылсымлы, хайуандар , батырҙар бүлектәренә бүлеп йөрөтәләр . Ә һеҙ әкиәттәр яратаһығыҙмы? Һеҙгә әкиәт уҡый Бәҙретдинова Аделина .
14 декабрь күренекле мәғрифәтсе, шағир һәм сәсән Мифтахетдин Аҡмулланың 190 йыллығы билдәләнә. Ошо айҡанлы Башҡорт дәүләт педагогия университеты 10-12 декабрҙә мәғрифәтселек акцияһын уҙғара. Беҙҙең уҡыусыларҙа актив ҡатнаштылар.
#башҡорттелекөнө2021марафон
#деньбашкирскогоязыка2021марафон
#деньбашкирскогоязыкавБураевскомрайоне