Башҡорт теле-сабырлыҡ теле.

Декабрь 12, 2021 Просмотров: 110

Башҡорт теле – сабырлыҡ теле


Алтынсы ҡиммәт нәмә — сабыр, тигән,
Сабыр кеше моратын табыр, тигән.
Һәр эштә сабырһыҙҙың төбә — хурлыҡ,
Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр, тигән.(Аҡмулла)

Бөгөнгө акцияға ҡушылығыҙ, дуҫтар!
" ........ кеше
........ сабыр
......... эше
......... табыр" Ошо бирем менән шиғыр яҙып ҡарағыҙ.

 Мин башланым! Ҡушылығыҙ!

1..

Һин ысын кеше-

Булһаң гел сабыр.

Сабырҙың эше –

Үҙ юлын табыр.

2..

Ҡыйынлыҡҡа түҙгән кеше,

Дөнъяны тартыр сабыр.

Еңел барыр уның эше ,

Һәр нимәнең йәмен табыр.


#башҡорттелекөнө2021марафон

#деньбашкирскогоязыка2021марафон

#деньбашкирскогоязыкавБураевскомрайоне