Башҡорттеле – ихлас тел.

Декабрь 13, 2021 Просмотров: 163
Башҡорт теле – ихлас тел

Етенсе ҡиммәт нәмә — ихлас, тигән*,
Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән.
Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк:
Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас — юлдаш, тигән.(Аҡмулла)

 

"Минең туған телем – башҡорт теле"-ти Мәҡсүтова Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы.

 “Иң татлы тел – туған тел, әсәм һөйләп торған тел” тигән мәҡәл бар. Баланы телгә иң ғәзиз кешеһе - әсәһе башлап өйрәтә.

Минең туған телем – башҡорт теле. Минең телем мең-мең йылдар аша, һис бер тарих һынауҙарына бирешмәй ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү тарихын, йыр-моңон, ижадын түкмәй-сәсмәй беҙҙең көндәргә еткәрә.

“Бабайҙарҙан, əсəйемдəн алған - 

Ғүмер буйы тапҡан милкемде, 

Улым, ҡыҙым, һеҙгə ҡалдырамын 

Бөйөк мираҫ - туған телемде.” – тип башҡорт шағиры Р.Мифтахов юҡҡа ғына әйтмәгән.

Туган тел - ул минең бер өлөшөм.Сөнки унһыҙ мин башкорт ҡыҙы була алмаҫ инем. Күпмелер, әҙәби телдән айырмалы булһа ла, үҙ телем йомшаҡ та, яғымлы ла. Мин үҙ телемдә “Инәй-атай” –тип иң яҡындарыма ҡыуанып өндәшәм. Уларҙың өҙөлөп: “ ҡыҙым, үҫкәнем”- тейеүҙәре ҡанат ҡуя күңелгә.Туган телемдә мин дуҫтарым менән аралашам. Туган телем минең өсөн бик ғәзиз. Ул - иң туган, иң матур, иң татлы тел!

#башҡорттелекөнө2021марафон

#деньбашкирскогоязыка2021марафон

#деньбашкирскогоязыкавБураевскомрайоне