Бөгөн башҡорт теле көнө.
Декабрь 14, 2021
Просмотров: 32
Бөгөн башҡорт теле көнө.
Милләтебеҙҙе милләт иткән оло байлығыбыҙ - телебеҙҙе һаҡлайыҡ, дуҫтар!
Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,
Кәм күрер тик уны кәм күңел.
(Рәми Ғарипов)
Махсус дәрестәр үткәрелде.
Мифтахетдин Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы.
Шағир ҙа күп ерҙә, йырсы ла күп,
Тик Аҡмулла берҙән-бер бит ул.
Быуаттарҙан алып быуаттарға,
Нурҙар сәсеп торор ир бит ул.
(Рәшит Шәкүр).
Ҡайынлыҡ мәктәбе уҡытыусылары Мәҡсүтова Зөлфиә Миҙхәт ҡыҙы Мифтахетдин Аҡмуллаға арнап1-4 класстарҙа ,Сәйетғәлиева Нәсимә Фәһем ҡыҙы 5-9 кластарҙа дәрес үткәрҙеләр. Улар шағирҙың тормош юлы, ижады менән таныштырҙылар, шиғырҙарына анализ яһанылар.
#башҡорттелекөнө2021марафон
#деньбашкирскогоязыка2021марафон
#деньбашкирскогоязыкавБураевскомрайоне